+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Октября 2022, 09:44

“Яугирҙәргә – бал, ҡаҡ һәм... йөрәгебеҙ йылыһы”

Әлшәй ағинәйҙәре лә, республикабыҙҙың бөтә райондарындағы әхирәттәре кеүек үк, мобилизацияланған ир-егеттәргә гуманитар ярҙам әҙерләүгә әүҙем ҡушылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Яугирҙәргә – бал, ҡаҡ һәм... йөрәгебеҙ йылыһы”“Яугирҙәргә – бал, ҡаҡ һәм... йөрәгебеҙ йылыһы”
“Яугирҙәргә – бал, ҡаҡ һәм... йөрәгебеҙ йылыһы”

Әлшәй ағинәйҙәре лә, республикабыҙҙың бөтә райондарындағы әхирәттәре кеүек үк, мобилизацияланған ир-егеттәргә гуманитар ярҙам әҙерләүгә әүҙем ҡушылған.

“Республика көнө алдынан районыбыҙ хакимиәте башлығы Дамир Мостафин хәрби әҙерлек үтеүсе егеттәребеҙҙең хәлен белеп ҡайтты. Уларға райондаштарыбыҙ әҙерләгән сираттағы гуманитар ярҙамды алып барҙы. Ҡайнар сәләмдәребеҙҙе, иң изге теләктәребеҙҙе, күңел түренән сыҡҡан “Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!” тигән һүҙебеҙҙе еткерҙе. Гуманитар ярҙамға беҙ, ағинәйҙәр ҙә, үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек, – тип һөйләй райондың баш ағинәйе Рәйсә Мөфтиева. – Әлшәйебеҙ улдарына, йөрәк йылыбыҙҙы ҡушып, йөн ойоҡбаштар, башлыҡтар, йылы кейемдәр, көндәлек кәрәк әйберҙәр, тәмле ризыҡтар ебәрҙек. Мәҫәлән, ҡаҡ ҡойоусы оҫтабикәләребеҙ күстәнәскә күп итеп ҡаҡ, умарта тотоусыларыбыҙ – батман-батман бал, ҡорот яһаусылар ҡорот оҙатты”.

Был йәмәғәт ойошмаһы төркөмдәре райондың бөтә ауылдарында ла әүҙем эшләй. Рәйсә Сәхипгәрәй ҡыҙы етәкселегендә ағинәйҙәр Донбасс балаларына посылкалар әҙерләүҙә лә ихлас ҡатнашҡан. Әле лә изге эштән берәүҙең дә ситтә ҡалмауын билдәләй улар.  “Әлшәй әсәйҙәренең, өләсәйҙәренең ҡул йылыһы, йөрәк ҡайнарлығы һалынған посылкалар яугирҙәргә көс бирһен. Доғаларыбыҙ рухтарын нығытһын, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға ярҙам итһен”, – ти Рәйсә ханым. Амин, шулай булһын, Рәйсә апай!

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас