+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Октября 2022, 03:50

Өфөнөң Ҡулланыусылар баҙары идаралығын Рөстәм Хазиев етәкләйәсәк

Баш ҡала хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы начальнигы итеп Рөстәм Хазиев тәғәйенләнде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөнөң Ҡулланыусылар баҙары идаралығын Рөстәм Хазиев етәкләйәсәкӨфөнөң Ҡулланыусылар баҙары идаралығын Рөстәм Хазиев етәкләйәсәк
Өфөнөң Ҡулланыусылар баҙары идаралығын Рөстәм Хазиев етәкләйәсәк

Баш ҡала хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау идаралығы начальнигы итеп Рөстәм Хазиев тәғәйенләнде.

Өфө мэрияһы матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, Рөстәм Марат улы Хазиев 1991 йылда Балтас районының Иҫке Балтас ауылында тыуған. «Юриспруденция» һөнәре буйынса юғары белеме бар.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2013 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Кушнаренко районы буйынса бүлегенең тәфтишсеһе булып башлай, аҙаҡ Балтас районында ла шул вазифаны башҡара. Аҙаҡтан РФ Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Төп тәфтиш идаралығы тәфтишсеһе булып эшләй.

«Бынан тыш Рөстәм Хазиев төрлө шәхси ойошмаларға етәкселек иткән. Бөгөнгә тиклем ул Транспорт инфраструктураһы идаралығы директорының иҡтисад буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы», — тип өҫтәнеләр мэрияла.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас