+1 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
14 Октябрь 2022, 09:43

Баймаҡ районы «Ағинәй»ҙәр ойошмаһы ла республикабыҙҙа иғлан ителгән «Йөрәк йылыһы» акцияһынан ситтә ҡалманы

Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре һәм мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ йылы ойоҡбаштар, бирсәткә, эс кейемдәре әҙерләп, "Улыма", «Егеткә», «Батырға " тип хаттар яҙып, доғалар менән мобилизацияға эләккән һалдаттарға оҙатҡан. Улар халҡыбыҙҙың күркәм йолаларына ла мөрәжәғәт иткән. Ауылдан хеҙмәткә юлланғандарҙы ата-әсәләр менән мәсеткә саҡырып, изге фатихалар биреп, доғалар уҡып, юлдары аҡ булһын тигән ниәт менән һөт эсереп, юлдары ҡыҫҡа булһын өсөн аҡ еп тапшырып, ҡайтыр ризыҡтары көтөп тороуын теләп, әсәләр бешергән сөсө икмәктән тешләтеп, аяттар уҡыған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡ районы «Ағинәй»ҙәр ойошмаһы ла республикабыҙҙа  иғлан ителгән «Йөрәк йылыһы» акцияһынан ситтә ҡалманыБаймаҡ районы «Ағинәй»ҙәр ойошмаһы ла республикабыҙҙа  иғлан ителгән «Йөрәк йылыһы» акцияһынан ситтә ҡалманы
Баймаҡ районы «Ағинәй»ҙәр ойошмаһы ла республикабыҙҙа иғлан ителгән «Йөрәк йылыһы» акцияһынан ситтә ҡалманы

Баймаҡ районы «Ағинәй»ҙәр ойошмаһы ла республикабыҙҙа иғлан ителгән «Йөрәк йылыһы» акцияһынан ситтә ҡалманы. Һәр ауыл халҡы ойошҡан рәүештә изге башланғысҡа үҙ өлөшөн индергән, һалдаттар өсөн кәрәк-яраҡтар, аҡсалата ярҙам ойошторған. Темәс ауылының «Ағинәй» ойошмаһы, «Ғилмияза» фольклор төркөмө: «Беҙҙең Башҡортостан егеттәре һыуыҡ, һалҡын көндәрҙә беҙ бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәребеҙҙе кейеп, көс-ғәйрәт алырҙар, һынатмастар! Беҙ ҙә еңеүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек. Ә инде ир-егеттәргә иҫән-һау йөрөп, ғаиләләренә ҡайтыуҙарын, донъяларҙың имен, күгебеҙҙең һәр саҡ аяҙ булыуын теләнек. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Бөтәгеҙҙә теүәл, имен -һау тыуған яҡтарығыҙға әйләнеп ҡайтығыҙ!"- тип доғалар ҡылып оҙатҡан хәрбиҙәрен.
«Йөрәк йылыһы» акцияһына Буранбайҙар ҙа ихлас ҡушылған. Ағинәйҙәр етәксеһе Фәридә Әширәф ҡыҙы кис ултырыуға саҡырып, егеттәргә йылы ойоҡбаштар бәйләүҙе ойоштороп ебәргән. Кемдәрҙер аҡсалата ярҙам күрһәтһә, кемдәрҙер көнкүреш яраҡтары: ойоҡбаштар, медикаменттар, перчаткиҙар һ. б. биргәндәр. «Ауылдаштарыбыҙҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Хоҙай бөтәбеҙгә лә һаулыҡ бирһен! Ағинәйҙәребеҙҙең дә эштәре уң булһын, мобилизацияға эләккән егеттәребеҙ ҙә имен-һау тыуған яҡтарына тиҙерәк ҡайтһындар» – тигән изге теләктә буранбайҙар ҙа.
Билал ауылынан «Ағинәй" ойошмаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәктәп, хакимиәт, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ғөмүмән бөтә халыҡ был изге акцияны йөпләп, төрлө кәрәк-яраҡтар һатып алған, бигерәк тә аҡсалата ярҙам йыйыу ойошторолған. “Кемдәр ярҙам ҡулы һуҙған барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ил-йорт тыныс булһын, егеттәр имен-һау әйләнеп ҡайтһын!» - тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерә улар.
Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре һәм мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ йылы ойоҡбаштар, бирсәткә, эс кейемдәре әҙерләп, «Улыма», «Егеткә», «Батырға» тип хаттар яҙып, доғалар менән мобилизацияға эләккән һалдаттарға оҙатҡан. Улар халҡыбыҙҙың күркәм йолаларына ла мөрәжәғәт иткән. Ауылдан хеҙмәткә юлланғандарҙы ата-әсәләр менән мәсеткә саҡырып, изге фатихалар биреп, доғалар уҡып, юлдары аҡ булһын тигән ниәт менән һөт эсереп, юлдары ҡыҫҡа булһын өсөн аҡ еп тапшырып, ҡайтыр ризыҡтары көтөп тороуын теләп, әсәләр бешергән сөсө икмәктән тешләтеп, аяттар уҡыған.
Таулыҡай ағинәйҙәре «Ағинәй бүлмә» һендә «Юлға сығыу», «Фатиха» доғаларын уҡып , доғалар ҡылған, уландары имен - һау әйләнеп ҡайтһын тип , хәйер - саҙаҡалар таратып, теләктәр теләгән. Ҡорбан мәжлестәрендә доғалар ҡылған.
«Бөтәбеҙ ҙә намаҙ , доға уҡыуға ултырҙык — көнөнә 100 мәртәбә «Фатиха» доғаһын , намаҙ һайын бүлеп , уҡыйбыҙ . Әсәләрен үҙебеҙҙең арттан әйҙәйбеҙ, «Аллаһы Тәғәләгә һыйынығыҙ, намаҙға баҫығыҙ», тип нәсихәт алып барабыҙ , хәрби хеҙмәткә алыныусы егеттәрҙең әсәләрен үҙебеҙҙең арттан әйҙәйбеҙ», - тиҙәр таулыҡай ағинәйҙәре.
Әбделкәрим, Алғаҙы ауылы халҡы ла «Йөрәк йылыһы» акцияһына ҡушылып, гуманитар ярҙам йыйып, районға тапшырыу пунктына алып барып биргән.

Автор:
Читайте нас