

12 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин мәктәп вәкилдәренә яңы автобустар асҡыстарын тапшырҙы.
Махсуслаштырылған 20 автобус Архангель, Асҡын, Баймаҡ, Балаҡатай, Благовещен, Белорет, Бүздәк, Бөрйән, Ғафури, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Нуриман, Туймазы, Әлшәй – барыһы 15 районға юл ала. Яңы транспорт ғәмәлдәге маршруттарҙы бушатырға, яңыларын асыуға, иҫке техниканы алмаштырыуға тотоноласаҡ.
Яңы «ГАЗ» маркалы автобустар 18 кеше ултыртыуға иҫәпләнгән. Бар хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән техникаға заманса ГЛОНАСС/GPS яһалма Ер юлдашы навигация системаһы, тахограф, өҫтәлмә автономлы мейес, хәүефһеҙлек ҡайыштары ҡуйылған.
Әле Башҡортостанда 1 465 мәктәп автобусы иҫәпләнә. Улар 50 меңдән ашыу уҡыусы 872 маршрут буйынса ташый.