

9 октябрҙә Силәбе ҡалаһының Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә «Мифтахетдин Аҡмулланың һәм уның дәүеренең мираҫы: мөмкинлектәр, перспективалар һәм традицион ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереүгә өлөш» тигән темаға «түңәрәк өҫтәл» үтте, тип яҙа үҙенең сайтында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Бөйөк мәғрифәтсенең вафаты көнөндә уҙғарылған сара Силәбе өлкәһе Хөкүмәте ярҙамында Мейәс ҡалаһы имам-мөхтәсибе етәкселегендә ойошторолған.
«Түңәрәк өҫтәл»дә дәүләт, фән, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашып, үҙҙәрендә алып барылған ғәмәлдәр тураһында һөйләне, әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашты, әле көнүҙәк булған мәсьәләләр буйынса фекер алышты, тиелә мәҡәләлә.