+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Октября 2022, 04:06

Пензаның ЗАГС-ында Стәрлетамаҡ егете һәм һылыуы мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерҙе

Пензала Башҡортостандан тағы бер ғаилә барлыҡҡа килде.    

Добавить в предпочтительные источники Google
Пензаның ЗАГС-ында Стәрлетамаҡ егете һәм һылыуы мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерҙеПензаның ЗАГС-ында Стәрлетамаҡ егете һәм һылыуы мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерҙе
Пензаның ЗАГС-ында Стәрлетамаҡ егете һәм һылыуы мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерҙе

Мобилизация шарттарында Пензаның бер ЗАГС-ында Стәрлетамаҡтан булған Ришат һәм Ксения сәстәрен-сәскә бәйләне. Улар мобилизацияға тиклем мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереп өлгөрмәгән, был церемонияны ғаилә башлығы хәрби белемгә өйрәнгән урында эшләргә тура килгән. Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры Рөстәм ғәзизов белдереүенсә, хакимиәт Ксенияға буласаҡ ире хеҙмәт иткән урынға барырға ярҙам иткән.

«Ришат менән Ксенияны ғаилә ҡороуы менән ҡотлайбыҙ! Уларға үҙ-ара аңлашып, бәхетле йәшәүҙәрен һәм ныҡлы мөхәббәт теләйбеҙ. Йәштәрҙең ғаилә тормошо сағыу һәм уң булһын!», – тип яҙа Рөстәм Ғәзизов.


https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-12/esche-odna-para-iz-bashkirii-vstupila-v-brak-v-usloviyah-mobilizatsii-2986161

Автор:
Читайте нас