+1 °С
Ясно


Стәрлетамаҡтың Шахтау биҫтәһендә 13 йәшлек ҡыҙ янғындан дүрт баланы ҡотҡарған.
Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Янғын сәғәт 1-се киткәндә Заречная урамындағы бер ҡатлы бүрәнә йортта сыҡҡан. Йортта әсә кешенең туғыҙ балаһы менән йәшәүе билдәле.
Янғын ваҡытында бинала биш кеше булған. 13 йәшлек ҡыҙыҡай утты күреп ҡала һәм бар туғандарын ваҡытында сығарып өлгөрә. Әле ике бала дауаханала, һәләк булғандар юҡ.