+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Октября 2022, 09:45

Ағинәйҙәр акцияға дәррәү ҡушылған

Илебеҙҙә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизацияға ҡушылған райондаштарға ҡул һәм йөрәк йылыһын бүләк итергә теләүселәрҙең бихисап булыуы ҡыуаныслы, тип яҙа үҙенең сайтында Бөрйән районының “Таң” гәзите.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағинәйҙәр акцияға дәррәү ҡушылғанАғинәйҙәр акцияға дәррәү ҡушылған
Ағинәйҙәр акцияға дәррәү ҡушылған

Илебеҙҙә иғлан ителгән өлөшләтә мобилизацияға ҡушылған райондаштарға ҡул һәм йөрәк йылыһын бүләк итергә теләүселәрҙең бихисап булыуы ҡыуаныслы, тип яҙа үҙенең сайтында Бөрйән районының “Таң” гәзите.

Атап үткән мәҡәләлә Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдары ҡатын-ҡыҙҙарының Төбәк Башҡорт йәмәғәт ойошмаларының Башҡортостан республикаһы хәрби хәрәкәттәр ветерандар союзы тарафынан иғлан ителгән “Тыуған илемдең һәм әсәйемдең ҡул йылыһы” тигән акцияға әүҙем ҡушылыуҙары тураһында һүҙ бара.

Был саранан, әлбиттә, райондың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ла ситтә ҡалмаған.

- Бөрйән ағинәйҙәре бергә ойошҡандан алып йәмәғәт эштәрендә гел алдан йөрөй. Беҙ ҙә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хеҙмәткә алынған яҡташтарыбыҙға әйбер туплауҙа дәррәү ҡатнаштыҡ. Йылы ойоҡбаштар, башҡа кәрәк-яраҡ әйберҙәр йыйҙыҡ, посылкаларҙы төрөүҙә ярҙамлаштыҡ, - ти район “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә Ғиззәтуллина.  

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас