+9 °С
Ясно


Республикала йәшәүселәр торлаҡты йылытыу өсөн быйылғы миҙгелдә нисек түләйәсәк? 1/8 нимәне аңлата? Әгәр йортта иҫәпләү приборҙары булмаһа йәки улар төҙөк түгел икән, ни эшләргә? Йылытыуға ҡағылышлы һорауҙар буйынса ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа уҙасаҡ брифингта ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар ишетерһегеҙ. Тапшырыу телеканалдың, Башҡортостан Хөкүмәтенең һәм Республикаға идара итеү үҙәгенең социаль селтәрҙәрендә күрһәтеләсәк.
Брифинг бөгөн, 12 октябрҙә, киске сәғәт етелә була.