+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Октября 2022, 06:48

Рәмилә Хоҙайғолова күркәм юбилейын билдәләй

12 октябрь Башҡортостандың халыҡ артисткаһы,  Бәҙәр Йосопова исемендәге премия лауреаты, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актрисаһы Рәмилә Хоҙайғолова  80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.  Ул үҙенең исемен театр йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙған һоҡланғыс сәхнә йондоҙҙарының береһе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәмилә Хоҙайғолова күркәм юбилейын билдәләйРәмилә Хоҙайғолова күркәм юбилейын билдәләй
Рәмилә Хоҙайғолова күркәм юбилейын билдәләй

Йәмле Дим буйы ҡыҙы 1942 йылда Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң, бөтә ғүмерен Сибай театрына арнай. Сибай ҡалаһының почетлы гражданы. Рәмилә Ниғмәтйән ҡыҙын ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, ижади балҡыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас