+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Октября 2022, 04:26

Фидан Ғафаровҡа - 75 йәш

Бөгөн Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы Фидан Ғафаров үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Бар ғүмерен театр сәнғәтенә бағышлаған, меңәрләгән  тамашасының күңелен яулаған сәнғәт оҫтаһы Дүртөйлө районының Яңы Уртай ауылында тыуған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Фидан Ғафаровҡа - 75 йәшФидан Ғафаровҡа - 75 йәш
Фидан Ғафаровҡа - 75 йәш

Классик һәм милли авторҙарҙың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә 100-ҙән ашыу сағыу образдар ижад иткән. Ул башҡарған Ғ.Ҡотойҙоң “Тапшырылмаған хаттар” драмаһында  – Искәндәр, М.Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ында – Хәлил, Т.Таһировтың “Ғәлиә”һендә – Заһир ролдәре Башҡортостан профессиональ сәнғәтенең алтын фондын тәшкил итә.

Бөгөнгө репертуарҙа Фидан Сафа улы “Мин һинең ҡәйнәң булам”, “Бәхет хаҡы” спектаклдәрендә төп ролдәрҙе башҡара.

Автор:
Читайте нас