+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Октября 2022, 15:00

Республика көнө уңайынан тантана үтте

Республика көнө уңайынан тантаналы йыйылыш “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика көнө уңайынан тантана үттеРеспублика көнө уңайынан тантана үтте
Республика көнө уңайынан тантана үтте

Республика көнө уңайынан тантаналы йыйылыш “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте.

Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотлап, Радий Хәбиров бөгөнгө сәйәси һәм ижтимағи ваҡиғаларға байҡау яһаны. Башҡортостан, санкцияларға һәм ауыр коронавирус йылдарына ҡарамаҫтан, иҡтисадта, социаль өлкәлә һиҙелерлек уңыштарға өлгәшә алды, тине ул. Сәнәғәт, ауыл хужалығы үҫешә, яңы предприятиелар асыла. Сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса республика алғы һыҙыҡта барыуын билдәләне.

– Һуңғы өс йылда инвестициялар өстән бер өлөшкә артты. Әлеге көндә ул 785 миллиард һумға яҡын 1700 самаһы проект тормошҡа ашырыла. Нефтселәр, машина эшләүселәр, металлургтар, шахтерҙар, химиктар, тегенселәр менән ғорурланабыҙ. Айырып аграрийҙарыбыҙҙы билдәләп үткем килә – улар 5 миллион тоннанан ашыу уңыш йыйып алды. Торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекорд ҡуйған төҙөүселәр ҙә оло ихтирамға лайыҡ. Быйыл беҙ төҙөлөш тармағы тарихында тәүге тапҡыр файҙаланыуға 3 миллион квадрат метр торлаҡ тапшырырға йыйынабыҙ. Юл тармағы хеҙмәтсәндәренә йөҙләгән километр яңы юл һәм күперҙәр өсөн рәхмәт. Быйыл Башҡортостандың юл фонды күләме рекордлы 35 миллиард һумға етте, – тине Радий Хәбиров.

Тантанала ҡатнашыусыларҙы һәм тотош республика халҡын Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Денис Пушилин, Беларусь Республикаһының Гомель өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Иван Крупко ҡотланы.

Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановтың, Чечен Республикаһы Башлығы Рамзан Ҡадировтың, Ҡалмыҡстан Башлығы Бату Хасиковтың ҡотлауын ошо республикалар вәкилдәре уҡып ишеттерҙе.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:
Читайте нас