

Республикабыҙҙа коронавирус менән сирләү кимәле түбәнәйә бара. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә шулай тип белдерҙе.
Пандемия башланғандан алып республикала коронавирус 324 185 ауырыуҙа асыҡланған. Һуңғы тәүлектә инфекцияны 380 яҡташыбыҙ йоҡторған. Коронавирус таралыу коэффициенты республикабыҙҙа 0,67 тип билдәләнә, Рәсәй буйынса был күрһәткес – 0,85. Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, аҙаҡҡы ете көндә ковид менән ауырыу кимәле 7 процентҡа кәмегән.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 254 сырхау ковидҡа ҡаршы көрәшә, шул иҫәптән 178-е – 60 йәштән өлкәндәр. 16 ауырыуҙың хәле ауыр, берәүһен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 4 145, уларҙың 1 244-е – оло йәштәгеләр.
Үткән тәүлектә 361 кеше коронавирустан һауығыуға өлгәшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зәһәр вирустан тағы бер ғүмер өҙөлгән.
Дауахананан тыш пневмонияға килгәндә, аҙаҡҡы 24 сәғәттә был сир 11 ауырыуҙа асыҡланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 13.
Фото “Башинформ”дан алынды.