+9 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
7 Октябрь 2022, 02:50

Һәйкәл килеп етте

Өфөнөң Совет майҙанына генерал Шайморатов һәйкәлен килтерҙеләр, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Һәйкәл килеп еттеҺәйкәл килеп етте
Һәйкәл килеп етте

Өфөнөң Совет майҙанына генерал Шайморатов һәйкәлен килтерҙеләр, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле әле постамент эргәһендә тора.

Билдәле булыуынса, һәйкәл проекты асыҡ конкурста һайлап алынғайны. Авторы - скульптор, тамырҙары башҡор милләтенә барып тоташҡан Салауат Щербаков. Республика рәссамдары һәм скульпторҙары тәҡдиме менән монументтың ике яғына колонналар ҡуйырға хәл ителде. Һәйкәлгә нигеҙҙе быйыл апрель айында һала башланылар.

 

Автор:
Читайте нас