+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Октября 2022, 02:45

2023 йылдың 1 ғинуарынан «Дәүләт хеҙмәттәре» аша дәүләт пошлинаһын түләүгә ташлама бөтөрөлә

2023 йылдың 1 ғинуарынан «Дәүләт хеҙмәттәре» аша дәүләт пошлиналарын түләүгә 30% ташлама бөтөрөлә. Был турала Рәсәй Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән ТАСС агентлығы хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
2023 йылдың 1 ғинуарынан «Дәүләт хеҙмәттәре» аша дәүләт пошлинаһын түләүгә ташлама бөтөрөлә2023 йылдың 1 ғинуарынан «Дәүләт хеҙмәттәре» аша дәүләт пошлинаһын түләүгә ташлама бөтөрөлә
2023 йылдың 1 ғинуарынан «Дәүләт хеҙмәттәре» аша дәүләт пошлинаһын түләүгә ташлама бөтөрөлә

2023 йылдың 1 ғинуарынан «Дәүләт хеҙмәттәре» аша дәүләт пошлиналарын түләүгә 30% ташлама бөтөрөлә. Был турала Рәсәй Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән ТАСС агентлығы хәбәр итә.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, ташлама 2023 йылға тиклем ваҡытлыса сара итеп индерелде, ләкин уны оҙайтыу тураһында тәҡдимдәр булманы.

«2023-2025 йылдарға федераль бюджет проектының килем өлөшө ошо ташламаны бөтөрөүҙе иҫәпкә алып башҡарылған», — тиелә белдереүҙә.

Әлеге ваҡытта «Дәүләт хеҙмәттәре»ндә ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшкән физик берәмектәр өсөн ташлама автоматик рәүештә ҡулланыла.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Автор:
Читайте нас