

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, республикала һуңғы тәүлектә коронавирус 585 ауырыуҙа асыҡланған (кисә улар – 623, өсөнсө көн 674 ине). Республикала вирус, дөйөм алғанда, 322,5 меңгә яҡын кешелә раҫланған.
“Әлеге ваҡытта 249 сырхау стационарҙа ковидҡа ҡаршы тейешле дауа ала, шуларҙың 174-е – 60 йәштән өлкәнерәк. 15 сирленең хәле ауыр. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 4,3 меңдән артыҡ”, – тиҙәр министрлыҡта.
Үткән 24 сәғәттә 672 кеше зәһәр инфекциянан һауығыуға өлгәшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус йәнә дүрт яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән. Пандемия башланғандан бирле республикала унан 5 846 кеше вафат булған, 4 916-һы – 60-ты уҙған өләсәй һәм олатайҙар.
Фото "Башинформ"дан алынды.