+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Октября 2022, 05:42

Танылған актриса Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһе була

Әле 28 октябрҙәге кисәгә әҙерлек бара.

Добавить в предпочтительные источники Google
Танылған актриса Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһе булаТанылған актриса Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһе була
Танылған актриса Нурия Ирсаеваның юбилей кисәһе була

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының танылған актрисаһы үҙенең юбилейын билдәләй. Әле 28 октябрҙәге кисәгә әҙерлек бара.

Байрам кисәһенең режиссеры — Фирғәт Ғарипов, сценарий авторы — Динара Ҡәйүмова.

— Актрисаның тормош юлына байҡау яһағандан һуң, тәбрикләү һүҙҙәре, музыкаль номерҙар көтөлә. Нурия Исхаҡ ҡыҙы ла бер нисә йыр башҡарыр тип өмөтләнәбеҙ, — тип яңылыҡтар менән бүлешә Динара Ҡәйүмова.

Нурия Ирсаева — Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданы.1965 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә.  З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын тамамлаған.

  Актриса әле лә сәхнәне ташламаған, уны  «Бәхет хаҡы», «Ҡара йөҙҙәр», «Йософ һәм Зөләйха», «Сыңғыҙхандың аҡ болото», «Ҡыҙ урлау» кеүек спектаклдәрҙә күрергә мөмкин.

Мәғлүм булыуынса, 14 октябрҙә Башҡорт драма театрының тағы бер легендар йондоҙо, Нурия Ирсаеваның сәхнәләге партнеры, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың юбилей байрамы ойошторола.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас