+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Октября 2022, 05:33

Төркиә менән эшлекле бәйләнештәр нығына

Истанбулда Башҡортостандың сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Сарала Төркиә компанияларынан, бизнес-берләшмәләренән һәм дәүләт власы органдарынан 300-гә яҡын вәкил ҡатнашты. Осрашыуҙа Башҡортостандан 50 эшҡыуар бар ине. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Төркиә менән эшлекле бәйләнештәр нығынаТөркиә менән эшлекле бәйләнештәр нығына
Төркиә менән эшлекле бәйләнештәр нығына

Истанбулда Башҡортостандың сауҙа-иҡтисади һәм инвестиция мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Сарала Төркиә компанияларынан, бизнес-берләшмәләренән һәм дәүләт власы органдарынан 300-гә яҡын вәкил ҡатнашты. Осрашыуҙа Башҡортостандан 50 эшҡыуар бар ине. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Республика вәкилдәре билдәләүенсә, Башҡортостан менән Төркиәнең тауар әйләнеше даими арта, беренсе ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса 60 процентҡа үҫкән. Төркиә эшҡыуарҙарына Башҡортостанда бизнесҡа ярҙам саралары, мәҫәлән, льготалы һалым һалыу һәм инфраструктура кешбэгы, заманса производстволар урынлаштырыу өсөн участкалар бүлеү тураһында ентекле һөйләнеләр.

Осрашыуҙа ниәттәр тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Улар араһында – Башҡортостан биләмәһендә йорт ҡоштарын эшкәртеү буйынса автоматик ҡорамалдар производствоһын урынлаштырыуҙы ойоштороу өсөн уңайлы шарттар булдырыу тураһында килешеү.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас