+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
6 Октября 2022, 08:58

Ғаилә юбилярҙарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла

50, 60, 70 һәм 75 йыл бергә бәхетле ғүмер кисергән парҙарҙың республиканың ЗАГС органдарына мөрәжәғәт итеп, бүләктәр алыу мөмкинлеге бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғаилә юбилярҙарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырылаҒаилә юбилярҙарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла
Ғаилә юбилярҙарына иҫтәлекле бүләктәр тапшырыла

50, 60, 70 һәм 75 йыл бергә бәхетле ғүмер кисергән парҙарҙың республиканың ЗАГС органдарына мөрәжәғәт итеп, бүләктәр алыу мөмкинлеге бар.

Бының өсөн иренә йәки ҡатынына йә иһә уларҙың вәкиленә ғаиләне юбилярҙар исемлегенә индереү тураһында ғариза менән йәшәгән урын буйынса ЗАГС бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Юбилярҙарҙың Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә теркәлгән булыуы, 50, 60, 70 һәм 75 йыл бергә законлы нихакта йәшәүе, шулай уҡ быға тиклем ошо уңайҙан ҡотлау хаты йәки бүләк алмауы мөһим.

Республика Башлығы исеменән ҡотлау хатын һәм иҫтәлекле бүләкте, ғаиләнең теләге буйынса, тантаналы рәүештә ЗАГС бүлегендә тапшырырға йәки хеҙмәткәрҙәр уны өйгә килтереп бирергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл яҙ Өфөлә Мәрйәм һәм Мөҡәддәс Хәбибуллиндар тажлы туйҙарын билдәләне. Улар 75 йыл элек, алыҫ 1947 йылда, ғаилә ҡорған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-10-06/v-bashkirii-yubilyary-supruzheskoy-zhizni-mogut-poluchit-pamyatnye-podarki-2979227

Автор:
Читайте нас