-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Октября 2022, 08:42

“Рәхмәт, уҡытыусы!” акцияһына ҡушыл!

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин “Рәхмәт, уҡытыусы!” акцияһын башлап ебәрергә тәҡдим итте. Был турала ул бөгөн, Уҡытыусылар көнөндә, социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Рәхмәт, уҡытыусы!” акцияһына ҡушыл!“Рәхмәт, уҡытыусы!” акцияһына ҡушыл!
“Рәхмәт, уҡытыусы!” акцияһына ҡушыл!

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин “Рәхмәт, уҡытыусы!” акцияһын башлап ебәрергә тәҡдим итте. Был турала ул бөгөн, Уҡытыусылар көнөндә, социаль селтәрҙә яҙып сыҡты.

“Уҡытыусылар көнө – хеҙмәттәштәремдең һөнәри байрамы, улар ярҙамында балалар күп милләтле илебеҙҙең ысын граждандары булып китә”, – тип билдәләй Айбулат Хажин. Бынан тыш, был ысын мәғәнәһендә мөһим һәм изге һөнәрҙе һайлаған уҡытыусыларға рәхмәт белдереү өсөн яҡшы һылтау ҙа.

“Тап шуға ла һөнәри байрамыбыҙҙа беҙ һис ҡасан булмағанса берҙәмлек тоябыҙ, – тип белдерҙе министр. – Уҡытыусылар көнөндә "Рәхмәт, уҡытыусы!" акцияһын башларға тәҡдим итәм. Мәктәптәрҙең социаль селтәрҙәрендә уҡытыусыларығыҙ хаҡында яҙмалар менән уртаҡлашығыҙ. Хөрмәтле ата-әсәләр, һеҙҙе лә акцияла әүҙем ҡатнашырға һәм педагогтарҙы һөнәри байрамы менән ҡотларға саҡырам. Яҡшы һүҙҙәр ни тиклем күберәк булһа, районда ғына түгел, тотош республикала улар тураһында күберәк белерҙәр”.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

 

 

Автор:
Читайте нас