

Һөнәри байрамдары айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һәм мәғариф ветерандарын ҡотланы.
«Республикала мәктәп уҡытыусыларының күбеһе – мәрхәмәтле һәм иғтибарлы ҡатын-ҡыҙҙар. Мәғариф системаһы – һеҙҙең иңдә, һеҙ ошо изге миссияны уңышлы башҡараһығыҙ. Киләһе Уҡытыусы һәм остаз йылында беҙгә белем сифатын күтәрергә, олимпиада еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләргә, егет-ҡыҙҙарҙы физик яҡтан сыныҡтырырға, уларға һөнәр һайларға ярҙам итергә кәрәк. Балаларҙың дуҫлашырға, ижад итергә өйрәнеүе, Ватаныбыҙҙың патриоттары булып үҫеүе, шәхси һәм һөнәри үҫешкә әҙер булыуы мөһим. Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман, оптимизм һәм илһам теләйем һеҙгә, ҡәҙерле уҡытыусыларыбыҙ! Намыҫлы хеҙмәтегеҙ артабан да тыуған республикабыҙҙың һәм бөйөк Рәсәйҙең үҫеше өсөн хеҙмәт итһен», - тине ул.