+6 °С
Ясно


Әбйәлил районында йәшәүсе Илүзә һәм Юлай Мөхәмәҙеевтарҙың ғаиләһе өлгөлө һанала. Улар 6 балаға ғүмер бүләк итеп, өс тиҫтә йылдан ашыу тормош һуҡмағынан бергә атлайҙар. "Минең әсәйем - бөгөн иң бәхетле кеше. Берсә ике улы Украинала барған махсус хәрби операциянан иҫән-һау ҡайтып инде. Барлыҡ әсәләргә лә улдарын ошо ошолай ҡаршы алырға яҙһын"-, тип яҙа уларҙың ҡыҙы Әлиә Айсыуаҡова үҙенең сәхифәһендә. Артур һәм Азамат Мөхәмәҙеевтар күптән инде контракт буйынса хеҙмәт итәләр, Тольятти ҡалаһында төпләнгәндәр.