

Башҡортостанда аҙаҡҡы тәүлектә 674 ауырыуға коронавирус инфекцияһы диагнозы ҡуйылған, 692 кеше һауығыуға өлгәшкән, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Пандемия башланғандан алып республикала зәһәр вирусты йоҡтороусылар 321,2 меңдән артҡан.
“Әле стационарҙарҙа 293 сырхау ковидтан дауалана, күпселеге – оло йәштәгеләр. Өйҙә дауаланыусылар – 4,5 меңгә яҡын, шуларҙың 1,4 меңгә яҡыны – 60 йәштән өлкәнерәк”, – тип билдәләйҙәр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Бөгөнгө көнгә ҡарата республикала ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да алыусылар – 3,115 миллионға яҡын.
Фото “Башинформ”дан алынды.