+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Октября 2022, 07:55

Грипп менән сирләмәҫ өсөн

Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Планда билдәләнгәнсә, 2,4 миллион кеше прививка эшләтергә тейеш.

Добавить в предпочтительные источники Google
Грипп менән сирләмәҫ өсөнГрипп менән сирләмәҫ өсөн
Грипп менән сирләмәҫ өсөн

Башҡортостанда грипҡа ҡаршы вакцинация дауам итә. Планда билдәләнгәнсә, 2,4 миллион кеше прививка эшләтергә тейеш, шуларҙың 32 проценты уны яһатҡан да инде. Республикаға 1,4 миллиондан артыҡ доза препарат ҡайтартылған, тағы 500 меңгә яҡын ампула килеүе көтөлә, тине Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Гриптан прививканы коронавирусҡа ҡаршы вакцина менән бер үк көндә ҡаҙатырға мөмкин. Республикала әле ковидҡа ҡаршы прививканы 3 миллиондан артыҡ кеше яһатҡан. Ярты йылдан һуң ревакцинация үтеүселәр – 880 меңдән ашыу. Вакцинация үтеү һәм коллектив иммунитет булдырыу – миҙгел осоронда сир таралыуға ҡаршы көрәштең берҙән-бер һөҙөмтәле юлы, тип билдәләй министр.

“Коронавирус инфекцияһы менән сирләү сентябрҙән ноябргә тиклемге ваҡытта арта, был ОРВИ һәм грипп менән ауырыусылар күбәйеү мәленә тура килә”, – ти Айрат Рәхмәтулин.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас