+17 °С
Облачно


Республика кардиология үҙәге Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнөнә ҡарата үткәрелгән Асыҡ ишектәр көнөнә саҡыра. Ул иртәгә, 1 октябрҙә, кардиоүҙәк поликлиникаһында иртәнге туғыҙынсы яртынан көндөҙгө икегә тиклем уҙасаҡ.
Был көндә 60 йәштән өлкән бөтә теләүселәр ЭКГ үтергә һәм табип-кардиолог консультацияһын алырға мөмкин.
Үҙең менән паспорт һәм медицина полисы булыуы мөһим.
Акция үткәреү адресы: Өфө ҡалаһы, Степан Кувыкин урамы, 96/1.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.