+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Сентября 2022, 09:28

Өфөлә мәртәбәле форум бара

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәрҙең VI Бөтә Рәсәй форумы башланды. Ул ике көн дауам итәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә мәртәбәле форум бараӨфөлә мәртәбәле форум бара
Өфөлә мәртәбәле форум бара

Бөгөн Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәктәрҙең VI Бөтә Рәсәй форумы башланды. Ике көн дауам итәсәк форум бер майҙансыҡта илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә эшләүсе күп функциялы үҙәк етәкселәрен, хеҙмәткәрҙәрен, федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары вәкилдәрен берләштерә.

Сара дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендәге уңышлы тәжрибәләр менән таныштырыу, уларҙы башҡа төбәктәргә таратыу, был тәңгәлдә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлеген бирәсәк.

 Башҡортостандың һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Динар Шәрәфетдинов, форумда сығыш яһап, республикала “Дәүләт хеҙмәттәре” федераль порталында айырыуса популяр хеҙмәт табипҡа яҙылыу икәнлеген билдәләне – шундай 5,6 миллион мөрәжәғәт булған. Шулай уҡ шәхси лицевой иҫәптәр торошо тураһында мәғлүмәт алыу (467 мең), башҡарыу производствоһы барышы хаҡында белешеү (277 мең), корпоратив сим-картаны әүҙемләштереү (242 мең), хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт алыу (230 мең) өсөн дә мөрәжәғәт итеүселәр бик күп.

“Дәүләт хеҙмәттәре”нең төбәк порталында ер участкаһы схемаһын раҫлау буйынса 10,5 мең мөрәжәғәт теркәлгән. Артабан популярлыҡ буйынса түбәндәге хеҙмәттәр атала: шәхси торлаҡ төҙөлөшөн планлаштырыу тураһында хәбәр ебәреү (5,5 мең), объектҡа адрес биреү (5,4 мең), дәүләт милкенән ер участкалары биреү хаҡында яҡынса килешеү (4,7 мең), дәүләт милкендә булған участкаларҙы арендаға биреү хаҡында мөрәжәғәттәр (4,6 мең).

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 69 проценты дәүләт хеҙмәттәре порталдарынан файҙаланыу мөмкинлегенә эйә. Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙән ҡәнәғәтлек кимәле республикала 4,2 балл менән баһалана, был уртаса Рәсәй күрһәткесенән юғары.      

Альберт Заһиров фотоһы.        

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас