+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
29 Сентября 2022, 07:12

Башҡортостанда Аксаков көндәре

30 сентябрь, 1 октябрь Башҡортостанда  32-се тапҡыр Халыҡ - ара Аксаков көндәре үтә. Быйыл ул күренекле рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына  –  231 һәм Башҡортостанда Аксаков фонды ойошторолоуға 30 йыл  тулыуға арнала. Байрам сараларын  Өфөлә, Ҡырмыҫҡалы, Бәләбәй, Өфө  райондарында үткәреү ҡаралған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда Аксаков көндәреБашҡортостанда Аксаков көндәре
Башҡортостанда Аксаков көндәре

”Халыҡ-ара Аксаков көндәре – баш ҡалабыҙҙың ғына түгел, ә бөтә республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендәге иң сағыу күренеше, визит карточкабыҙ ул. Ҡунаҡсыл Башҡортостан ерендә  рус мәҙәниәтенең һоҡланғыс форумы өс тиҫтә йылдан ашыу билдәләнеп, Рәсәйҙә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә  яңғыраш  тапты. Аксаков байрамы Башҡортостанға яҙыусыларҙы һәм философтарҙы, шағирҙарҙы һәм рәссамдарҙы, йырсыларҙы һәм композиторҙарҙы, ғөмүмән, бөтә ижади интеллигенцияны туплай.  Халыҡ-ара Аксаков байрамын беҙ тыуған  ерен яратҡан, хөрмәтле яҡташыбыҙ,  күренекле яҙыусыбыҙ Сергей Тимофеевич Аксаковтың  яҡты иҫтәлегенә бер мәҙхиә булараҡ  билдәләйбеҙ. Иманым камил, киләсәктә лә Аксаков көндәре халыҡ-ара тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм килешеү урынлаштырыуға, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың үҫешен булдырыуға хеҙмәт итер”, - тине Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова үҙ сығышында.

30 сентябрь киске сәғәт 17.30 С.Т.Аксаковтың һәм А.С.Пушкиндың һәйкәлдәренә сәскәләр һалынасаҡ.Тантаналы Аксаков кисе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында  (Аксаков халыҡ йорто) 18.00 сәғәттә башлана. Шулай уҡ байрам саралары был көндә  Өфө районының Зубово ауылында һәм Бәләбәй районында  ла буласаҡ. 1 октябрь Өфөнөң Зубово-Гарден микрорайоны паркында  “Тыуған яҡта” тип исемләнгән ғәмәли-декоратив күргәҙмә ойошторола. Һуңынан ҡунаҡтарҙы Өфө районының Йоматау этнографик музейына сәйәхәткә алып барасаҡтар. 

1 октябрь Ҡырмыҫҡалы районы Мәҙәниәт йортонда мөмкинлектәре   сикләнгән балалар өсөн  “Ал сәскә” әҙәби-музыкаль кисә үтәсәк. Көндөң икенсе яртыһында данлыҡлы 112-се башҡорт  кавалерия дивизияһы командиры,  Рәсәй геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыу, күп тармаҡлы ауыл клубының күргәҙмә залына барыу һәм генерал Шайморатов хаҡында документаль фильм ҡарау планлаштырылған.

Байрам саралары Сергей Аксаковтың бала сағы үткән Иҫке Ҡыйышҡы ауылында тамамланасаҡ.

 

Автор:
Читайте нас