

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы спикеры Вячеслав Володин үҙенең телеграм-каналында Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына инеүе хаҡында референдумдарҙың яҡынса һөҙөмтәләрен хәбәр итте.
Луганск Халыҡ Республикаһында халыҡтың – 98,42, Донецк Халыҡ Республикаһында – 99,23, Херсонда – 87,05, Запорожьела 93,11 проценты Рәсәй составына инеү яҡлы.
«Ҡабул ителгән ҡарар миллиондарса халыҡты геноцидтан ҡотҡара. Бергәләп киләсәккә пландар ҡорорға мөмкинлек бирә», – тип яҙҙы Вячеслав Володин.
Белеүебеҙсә, Луганск һәм Донецк Халыҡ республикаларының, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең Рәсәй составына ҡушылыуы буйынса рефендум 23 – 27 сентябрҙә үтте.
Сығанаҡ: “Башинформ”.