+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Сентября 2022, 04:10

Борис Моисеев арабыҙҙан китте

Билдәле сәхнә йондоҙоноң ауырыуы тураһында хәбәр электән йөрөй ине. Кисә ул 69-сы йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән. Был турала киң мәғлүмәт саралары яҙа.

Добавить в предпочтительные источники Google
Борис Моисеев арабыҙҙан киттеБорис Моисеев арабыҙҙан китте
Борис Моисеев арабыҙҙан китте

Билдәле сәхнә йондоҙоноң ауырыуы тураһында хәбәр электән йөрөй ине. Кисә ул 69-сы йәшендә баҡыйлыҡҡа күскән. Был турала киң мәғлүмәт саралары яҙа.

Борис Михайлович Моисеев 1954 йылдың 4 мартында Белоруссияның Могилев ҡалаһында, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хоҡуҡ төҙәтеү колонияһында тыуа. 1978 йылда "Экспрессия" триоһын ойоштора. Төркөмгә Алла Пугачева иғтибар итә һәм унда ҡатнашыусыларҙы үҙенең шоуына саҡыра.

1996 йылда Моисеев йырсы булараҡ "Дитя порока" исемле тәүге альбомын сығара. Актер 1974 йылда "Ясь һәм Янина" музыкаль комедияһында сығыш яһай. Күп тапҡырҙар "Овация", "Алтын граммофон" музыкаль премиялары лауреаты була.

Ике инсульт кисергәндән һуң артистың һаулығы ныҡ ҡаҡшай.

Уға Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы исеме бирелгән.

Автор:
Читайте нас