-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Сентября 2022, 05:34

Белоруссия компаниялары республикабыҙ сәнәғәте продукцияһы менән ҡыҙыҡһына

Белоруссия компаниялары Башҡортостанда етештерелгән һанлы программа менән идара ителеүсе токарлыҡ һәм фрезерлыҡ станоктары, сифатты контролдә тотоусы аппараттар, нефть һәм газ сығарыу, нефть һәм газ эшкәртеү һәм нефть химияһы тармаҡтары өсөн блоклы ҡорамалдар, шулай уҡ аэрозоль һауыттарҙа майлау материалдары менән ҡыҙыҡһынған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Белоруссия компаниялары республикабыҙ сәнәғәте продукцияһы менән ҡыҙыҡһынаБелоруссия компаниялары республикабыҙ сәнәғәте продукцияһы менән ҡыҙыҡһына
Белоруссия компаниялары республикабыҙ сәнәғәте продукцияһы менән ҡыҙыҡһына

Белоруссия компаниялары Башҡортостанда етештерелгән һанлы программа менән идара ителеүсе токарлыҡ һәм фрезерлыҡ станоктары, сифатты контролдә тотоусы аппараттар, нефть һәм газ сығарыу, нефть һәм газ эшкәртеү һәм нефть химияһы тармаҡтары өсөн блоклы ҡорамалдар, шулай уҡ аэрозоль һауыттарҙа майлау материалдары менән ҡыҙыҡһынған. Был турала  «ХИМИЯ. НЕФТЬ һәм ГАЗ» 21-се халыҡ-ара махсуслаштырылған химия һәм нефть-газ сәнәғәте күргәҙмәһендә билдәле булды. Унда Башҡортостандан биш етештереүсе предприятие ҡатнашты.

– Белоруссияла күргәҙмә уҙған өс көндә беҙҙең экспортерҙар 100-ҙән ашыу осрашыу үткәрҙе, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һәм был осрашыуҙарҙың бик һөҙөмтәле булыуын билдәләне. 

Made in Bashkortostan коллектив стендын әҙерләүҙә Белоруссияла Башҡортостан Республикаһы экспортына булышлыҡ итеү үҙәге ярҙам иткән. Унда «Технолог» ғилми-тикшеренеү берекмәһе» йәмғиәте, «ХТЦ УАИ» йәмғиәте, «Нефтехимавтоматика» йәмғиәте, «ЕСМ»–«Станкомонтаж» йәмғиәте компаниялары төркөмө, «Сәнәғәт Эко-системалары» ғилми-производство предприятиеһы» йәмғиәте үҙ продукцияһын күрһәткән.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:
Читайте нас