

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Григорий Соловьевҡа 101 йәш тулды. Бөгөн Өфө мэры Ратмир Мәүлиев йөҙйәшәрҙе тыуған көнө менән тәбрикләне.
Григорий Иванович 1940 йылда армияға алынған һәм Черновцы ҡалаһында танк часында хеҙмәт иткән. Мәскәү эргәһендә контрһөжүмдә, Сталинград янында, Курск дуғаһында, Карпатта, Румынияла, Венгрияла, Чехословакияла барған яуҙарҙа ҡатнашҡан.
Ике тапҡыр яраланған, әммә Еңеү көнөнә тиклем Ватанды һаҡлауын дауам иткән. Григорий Соловьев 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Байраҡ ордендары менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһын тамамлаған. Өфөнөң «Тимер юлсылар клубы», «Юлдаш» һәм «Юбилей» мәҙәниәт һарайы етәксеһе булған. Өфө дәүләт циркында директор урынбаҫары булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
«Григорий Иванович әле лә цирк яҙмышы өсөн борсола. Ул ҡалалағы бөтә хәл-ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар, гәзиттәр уҡый, смартфон үҙләштерә, «Салауат Юлаев» хоккей клубы өсөн янып-көйә. Ошо ауыр осорҙа өлкән быуындың өгөт-нәсихәттәренә, аҡыллы кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу мөһим. Әйҙәгеҙ, уға ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйек. Ғорурланабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Еңеү өсөн рәхмәт!» - тип яҙҙы Өфө ҡалаһы башлығы социаль селтәрҙә.