+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Сентября 2022, 06:05

Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә призға лайыҡ булды

Фестиваль 17–21 сентябрҙә Смоленскиҙа уҙҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә призға лайыҡ булдыАйнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә призға лайыҡ булды
Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә призға лайыҡ булды

Башҡорт режиссеры Айнур Асҡаровтың «Йыл ғаиләһе» фильмы актер-режиссерҙарҙың XV «Алтын Феникс» халыҡ-ара кинофестивалендә призға лайыҡ булды. Фестиваль 17–21 сентябрҙә Смоленскиҙа уҙҙы.

Камил Абдуллиндың эше фильм геройҙарының  үҙенсәлекле музыкаль характеристикаһы өсөн композитор Михаил Глинка исемендәге призды яуланы.

«Йыл ғаиләһе» фильмының сираттағы бүләге. Фильмдың композиторы — Камил Абдуллин, ул күптән ҙур баһаға лайыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кинофестивалдәрҙә музыка өсөн приз һирәк тапшырыла. Мин уның өсөн бик шатмын, награда алыуы менән ихлас ҡотлайым!» — тине Айнур Асҡаров.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-09-27/film-aynura-askarova-semya-goda-zavoeval-priz-mezhdunarodnogo-kinofestivalya-2968215

Автор:
Читайте нас