-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
27 Сентябрь 2022, 15:07

“Йөрәктәрҙе ҡурсалап”

29 сентябрҙә Бөтә донъя йөрәк көнө билдәләнәсәк.

“Йөрәктәрҙе ҡурсалап”
“Йөрәктәрҙе ҡурсалап”

29 сентябрҙә Бөтә донъя йөрәк көнө билдәләнәсәк. Шул көн алдынан ил буйлап “Йөрәктәрҙе ҡурсалап” акцияһы үтәсәк.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, был акцияға бөтә теләүселәр ҡушыла ала, тип белдерҙеләр. Акция сиктәрендә уҙасаҡ саралар йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен профилактикалауҙы көсәйтеүгә, сәләмәт йәшәү рәүеше хаҡында халыҡтың мәғлүмәтлелеген арттырыуға йүнәлтелгән. Мәҫәлән, “Башфармация” дарыухана селтәрендә ҡан баҫымын үлсәү ойоштороласаҡ, ә медицина ойошмаларында “Сәләмәтлек мәктәптәре” уҙғарыласаҡ.

Атап әйткәндә, поликлиникаларҙа, ауыл табиплыҡ амбулаторияларында, дөйөм практика табиптары офистарында, Сәләмәтлек үҙәктәрендә Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә: уларҙа килеүселәрҙең ҡан баҫымы, буйы, ауырлығы үлсәнәсәк, анкета һорауҙарына яуап биреү ойоштороласаҡ, табиптар сәләмәт йәшәү рәүеше хаҡында үҙ кәңәштәрен әйтәсәк.

Башҡортостандың баш ҡалаһында был көндә Аксаков исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында кардиологтар, дауалау учреждениелары етәкселәре, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында “Кардиокросс” буласаҡ. Унда шулай уҡ мәғариф учреждениелары, сәнәғәт, социаль һәм дәүләт ойошмалары йәлеп ителәсәк.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: