+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
27 Сентябрь 2022, 10:49

70 йәштән өлкәндәргә капиталь ремонт өсөн взнос буйынса льготалар оҙайтыла

Башҡортостанда 70 йәштән өлкәнерәк яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙар өсөн капиталь ремонтҡа взностар буйынса льготаларҙың ғәмәлдә булыуы 2024 йылға тиклем оҙайтылды.

70 йәштән өлкәндәргә капиталь ремонт өсөн взнос буйынса льготалар оҙайтыла
70 йәштән өлкәндәргә капиталь ремонт өсөн взнос буйынса льготалар оҙайтыла

Башҡортостанда 70 йәштән өлкәнерәк яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙар өсөн капиталь ремонтҡа взностар буйынса льготаларҙың ғәмәлдә булыуы 2024 йылға тиклем оҙайтылды. Был туралағы закон проектын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ҡабул итте.

“Торлаҡ хужалары 70 йәшлек йәки унан өлкәнерәк икән, уларға капиталь ремонт өсөн взнос хаҡының 50 проценты ҡайтарыла, ә 80 йәшлек һәм унан өлкән кешеләргә 100 процент күләмендә компенсациялана. Льгота айырым ғүмер итеүсе һәм эшләмәүсе, йә булмаһа эшләмәүсе пенсионерҙарҙан йәки I–II төркөм инвалидтарҙан торған ғаиләлә йәшәүселәргә бирелә. 2022 йылда тамамланырға тейешле был социаль яҡлау сараһы 2024 йыл аҙағына тиклем оҙайтыла”, – тип аңлатып үтте Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Ул әлеге социаль ярҙам сараһын күрһәтеү өсөн Башҡортостан бюджетынан сығымдар 2023 йылда 40,3 миллион һум, 2024 йылда 44,9 миллион һум тәшкил итәсәген билдәләне.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: