+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Сентябрь 2022, 23:00

Өйҙә дауаланыусылар – 4314, стационарҙа – 304

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала һуңғы тәүлектә коронавирус 876 ауырыуҙа асыҡланған.

Әле дауаханала 304 сырхау ковидҡа ҡаршы көрәшә, уларҙың 198-е – өлкән йәштәгеләр. 13 сирленең хәле ауыр, береһе яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 4 314, шул иҫәптән 1 297-һе – 60 йәштән өлкәнерәк.

Тәүлек эсендә 857 кеше зәһәр инфекциянан һауығыуға өлгәшкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, вирус йәнә ике яҡташыбыҙҙың ғүмерен өҙгән.

Дауахананан тыш пневмония хаҡындағы мәғлүмәттәр түбәндәгесә: аҙаҡҡы 24 сәғәттә үпкә ялҡынһыныуы 12 ауырыуҙа раҫланған, унан сәләмәтләнеүселәр – 13.

Республикала ковидҡа ҡаршы вакцинация әүҙем бара. Прививканың беренсе компонентын ҡаҙатыусылар – 3 298 901  (планда билдәләнгәндең 132,8 проценты). Икенсе компонентын да эшләтеүселәр – 3 073 267 (123,7 процент). Ревакцинация үтеүселәр – 872 465.

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: