+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Сентябрь 2022, 08:35

Башҡортостанда 390 мең тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө йыйып алынған

Ауыл хужалығы министрлығының 22 сентябргә мәғлүмәттәре буйынса, республикала 14 мең гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙып алған, был иһә сәселгән майҙандарҙың өстән бер өлөшөн тәшкил итә. 

Тамыраҙыҡтың тулайым уңышы 390 мең тоннанан ашҡан, һәр гектар уртаса 280 центнер төшөм бирә (2021 йылда гектарынан уртаса уңыш — 300 центнерҙан ашыу, 2020 йылда — гектарынан 400 центнерға яҡын).

Быйыл сәсеүлек майҙандары арттырылған — сул 44 мең гектар  тәшкил итә (2021 йылда — 36,5 мең гектар, 2020 йылда — 28,8 мең гектар).

Шәкәр заводтары яңы уңышты эшкәртә башлаған. 124 мең тонна сөгөлдөрҙән 17 мең тоннанан ашыу продукция етештерелгән дә инде.

Автор:
Читайте нас: