-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
26 Сентябрь 2022, 09:00

Һамар ерендә - мөһим ваҡиға

24 сентябрҙә Һамар өлкәһендә билдәле башҡорт ғалимы Ғәббәс Дәүләтшин иҫтәлегенә арналған саралар үтте, тип хәбәр итәләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан.

Һамар ерендә - мөһим ваҡиға
Һамар ерендә - мөһим ваҡиға

24 сентябрҙә Һамар өлкәһендә билдәле башҡорт ғалимы Ғәббәс Дәүләтшин иҫтәлегенә арналған саралар үтте, тип хәбәр итәләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан.

Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Һамар өлкәһе Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, Һамар өлкәһенең милли мәҙәниәткә булышлыҡ итеүсе «Башҡорттар ҡоролтайы (конгресы)» Һамар өлкәһе йәмәғәт ойошмаһы.

Мәғлүм булыуынса, быйыл июндә Һамар өлкәһенең Оло Глушица ауылында тарихи ваҡиға булды: тыуған яҡты өйрәнеү музейы скверында күренекле ғалим, башҡорт телендәге тәүге дәреслектәрҙең, беренсе орфография һүҙлегенең һәм юғары уҡыу йорттары өсөн башҡорт теле дәреслегенең авторы Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшинға һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Ваҡиға күренекле ғалимдың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналды.
Һәйкәлдең скульпторы - Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәниф Хәбибрахманов.

Сарала ҡатнашыусылар һәйкәлгә сәскәләр һалған, күренекле ватандашыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алған. Оло Глушица ауылында «Ғәббәс Дәүләтшин - йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-лингвист, башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторолған.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов, Һамар өлкәһе Хөкүмәте вәкилдәре сәләмләү һүҙе менән сығыш яһаған.

Автор:
Читайте нас: