+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
23 Сентября 2022, 07:07

Киләһе аҙнала +8 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда сентябрь аҙағында әбейҙәр сыуағы көҙгө һалҡындар менән алмашына.

Добавить в предпочтительные источники Google
Киләһе аҙнала +8 градусҡаса һыуытаКиләһе аҙнала +8 градусҡаса һыуыта
Киләһе аҙнала +8 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда сентябрь аҙағында әбейҙәр сыуағы көҙгө һалҡындар менән алмашына. Башгидрометеоүҙәк хәбәр итеүенсә, алдағы өс көндә йылы була. Йома, 23 сентябрҙә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы көндөҙ +23, +28 градус.

Шәмбе, 24 сентябрҙә, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ бер аҙ ямғыр. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +9, +14, таулы райондарҙа +2, +7, көндөҙ +22, +27 градус.

Йәкшәмбе, 25 сентябрҙә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Төндә +9, +14, көндөҙ +16, +21 градус.

«Гисметео» хәбәр итеүенсә, киләһе аҙна көҙгөсә һалҡын, ямғырлы була. Дүшәмбе, 26 сентябрҙә, көндөң болотло булыуы һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +3, +6, көндөҙ +11, +13 градус. Сентябрь аҙағында температура көндөҙ +8, +11, төндә иһә +3, +5 градусҡаса түбәнәйә.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас