

Шарль Перроның “Ҡыҙыл кәләпүш” ("Красная шапочка") әҫәре буйынса төшөрөлгән кинотаҫма – йәштәрҙе уйланырға мәжбүр иткән заманса блокбастерҙарҙың береһе. Ул баш ҡалабыҙҙың «Родина» кинотеатрында күрһәтелде һәм фильмды тәүгеләрҙән булып балалар йорто тәрбиәләнеүселәре ҡараны. Өфөлә үткән премьераға фильм режиссеры, беҙгә «Йондоҙҙар фабрикаһы» телевизион тапшырыуы авторы булараҡ таныш Лина Арифуллина ла килгән ине. Танылған продюсер, журналистарға биргән инвервьюһында, мөғжизәле әкиәт геройҙарының мәңгелек ҡиммәттәрҙе эҙләүен сағылдырыу аша йәш быуын өсөн матур тәрбиәүи мәғәнәгә эйә кинотаҫма төшөрөлөүенең нескәлектәре хаҡында бәйән итте. “Фантастик фильм киң мәғәнәле, үҙенсәлекле килеп сыҡты. Уны ҡыҙыҡһынып ҡарарҙар, әкиәт күңелдәрҙә сағыу тәьҫораттар ҡалдырыр, тигән өмөттәмен. Өфө – минең өсөн яҡын ҡала һәм йылы ғына тулҡынланыу тоям”, – тигән Лина Арифуллина.
Фото Лина Арифуллинаның социаль селтәрҙәге диуарынан алынды.