+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Сентябрь , 08:20

Башҡорт телен өйрәнегеҙ!

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, 2022 йылдың 30 сентябренән Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты ҡарамағындағы Башҡорт телен өйрәнеүгә ярҙам үҙәге Рәсәй төбәктәрендә йәшәүселәр өсөн башҡорт телен, башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса дәрестәр уҙғара.

Дәрестәр йома һайын Өфө ваҡыты менән киске сәғәт 7-лә дистанцияла белем биреү технологияларын ҡулланып уҙғарыласаҡ.

Рәсәй төбәктәрендәге һәм сит илдәрҙәге башҡорт йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен ошо сараға ҡушылырға һәм дәрестәрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Бының өсөн бирелгән өлгө буйынса ҡатнашыусылар исемлеген Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының [email protected] электрон почтаһына ебәрергә йәки Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының төбәктәрҙәге филиалдарына хәбәр итергә кәрәк.

Адрестарҙы һәм телефондарҙы ошо һылтанмалар буйынса табырға мөмкин: https://kurultai.ru/ru/page/komissii-zarubezhya_7/https://kurultai.ru/ru/page/bashkir_public_organizati..
Башҡорт теленән дәрестәр ағымдағы уҡыу йылы аҙағына тиклем барасаҡ, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Уҡыу - бушлай.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтынан. 

Автор:
Читайте нас в