+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
22 Сентябрь , 17:15

«Татлы бал» йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!

24-25 сентябрҙә Өфөлә башҡорт балының иң яҡшы сорттары тәҡдим ителгән “Татлы бал” республика күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Был сара шифалы башҡорт балын танытыу һәм уның баһаһын арттырыу маҡсатында, «АпиМир»  халыҡ-ара форумына әҙерлек сиктәрендә ойошторола.

«Татлы бал» йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!
«Татлы бал» йәрминкәһенә рәхим итегеҙ!

 24-25 сентябрҙә Өфөлә башҡорт балының иң яҡшы сорттары тәҡдим ителгән “Татлы бал” республика күргәҙмә-йәрминкәһе үтә. Был сара шифалы башҡорт балын танытыу һәм уның баһаһын арттырыу маҡсатында, «АпиМир»  халыҡ-ара форумына әҙерлек сиктәрендә ойошторола.  Өфө халҡы һәм ҡунаҡтар баш ҡаланың В. И. Ленин майҙанында тәмле балдың яңы уңышын ауыҙ итергә һәм төрлө умартасылыҡ продукцияһын һатып алырға мөмкин. Сарала шулай уҡ күргәҙмә экспозиция менән танышырға, данлыҡлы умартасыларҙың балдың файҙаһы тураһында кәңәштәрен тыңларға, концерт ҡарарға була. Күркәм йәрминкә – ҡортсолар, ҡортсолоҡ өсөн кәрәк-яраҡ һәм ҡорамалдар етештереүселәр өсөн тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу майҙаны ла ул. Һәр кем үҙе етештергән балын һатып, һатып алыусылар сифатлы бал алып та һөйөнәсәк.

Йәрминкә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем бара.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас в