+6 °С
Ясно


Бөгөн, 22 сентябрҙә, Р-240 Өфө - Ырымбур трассаһының 9-10-сы километры араһындағы участкала (Зубов ауылы эргәһендә) ремонт башлана.
Подрядсы асфальт япмалағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса эштәр башҡарасаҡ.
Эште 2022 йылдың 30 сентябрендә тамамлау планлаштырыла.
Хәрәкәт сикләнмәй, әммә тығындар барлыҡҡа килеүе ихтимал, шуға маршрутты алдан планлаштырырға кәрәк, тип иҫкәртәләр "Приуралье" федераль автомобиль юлдары идаралығынан.