

Өфөлә Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция дауам итә. Ул халҡыбыҙҙың Исламды ҡабул итеүенең 1100 йыллығына, шулай уҡ Тәлғәт хәҙрәт Тажетдиндең Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй вазифаһында хеҙмәт итеүенә ҡырҡ йыл тулыуға бағышланған.
Халыҡ-ара конференцияла республикабыҙҙың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән – бөтәһе 500-гә яҡын кеше ҡатнаша. Сара өс көн барасаҡ.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Азат Фәттәхов ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, республикабыҙҙа төрлө диндәге 100-ҙән ашыу милләт вәкилдәренең байтаҡ быуаттар үҙ-ара дуҫ йәшәүе хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе урынбаҫары Руслан Ҡарамышев был эстафетаны Татарстандан ҡабул итеп алыуҙары һәм аҙаҡтан Силәбе өлкәһендә Рәсүл уҡыуҙары үтәсәге хаҡында әйтте.
Конференцияла ислам дине тарихына арналған ғилми сығыштар, Рәсәй ислам университетында һаҡланған дини китаптар күргәҙмәһе үтә.
Өфөлә Рәсәй ислам университетының яңы уҡыу бинаһы асыласаҡ. Әлеге көндә Башҡортостандың мосолман уҡыу йорттарында меңдән ашыу шәкерт белем ала.
Фото: "Башинформ"дан.