+5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
22 Сентябрь , 15:04

Ауырғазы һәм Архангел райондарында законһыҙ карьерҙар асыҡланған

Башҡортостандың Россельхознадзор инспекторҙары Ауырғазы районы Михайловка һәм Архангел районы Тирәкле ауылдарында законһыҙ карьерҙарҙы асыҡлаған. Ике осраҡта ла, рөхсәт документтары алмайынса, дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өсөн ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр эшкәртелгән.

Ведомство белгестәре Михайловка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәтенә карьерҙы артабан эшкәртеүҙе туҡтатыу тураһында күрһәтмә биргән. Урындағы властар эштәрҙе туҡтатырға, участканы рекультивацияларға һәм киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙы тыйған таҡталар ҡуйырға тейеш булған. Әммә ауыл советында был талаптарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырғандар.

Терекле ауылында инспекторҙар тупраҡты агрохимик күрһәткестәргә тикшерә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-09-22/rosselhoznadzor-vyyavil-nezakonnye-kariery-v-dvuh-rayonah-bashkirii-2961274

Автор:
Читайте нас в