0 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Сентября 2022, 05:02

Земфира Байбулдинаның ағаһы “Рәсәй күңеле” премияһына лайыҡ булды

Премияны тапшырыу тантанаһы Дәүләт Кремль һарайында уҙҙы. Яҡташыбыҙ, Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең Красноусол халыҡ театры режиссеры, башҡорт эпостарын башҡарыусы сәсән, талантлы музыкант Илһам Байбулдин “Рәсәй күңеле” премияһына эйә булды. Кремль сәхнәһендә илебеҙҙең 15 төбәгенән иң оҫта музыкаль коллективтар ҡатнашты.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Земфира Байбулдинаның ағаһы “Рәсәй күңеле” премияһына лайыҡ булдыЗемфира Байбулдинаның ағаһы “Рәсәй күңеле” премияһына лайыҡ булды
Земфира Байбулдинаның ағаһы “Рәсәй күңеле” премияһына лайыҡ булды

Тантана Дәүләт Кремль һарайында уҙҙы. Яҡташыбыҙ, Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең Красноусол халыҡ театры режиссеры, башҡорт эпостарын башҡарыусы сәсән, талантлы музыкант Илһам Байбулдин “Рәсәй күңеле” премияһына эйә булды. Кремль сәхнәһендә илебеҙҙең 15 төбәгенән иң оҫта музыкаль коллективтар ҡатнашты.  

Илһам Байбулдин – йыр-моңға ғашиҡ талантлы нәҫелдән, Земфира Байбулдинаның ағаһы. Ул ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, дөңгөр кеүек музыка ҡоралдарын эшләү оҫтаһы булараҡ та республикала танылыу яулаған.

 Лауреаттар лайыҡлы наградаларҙы Рәсәй Халыҡ ижады йорто директоры В.Д. Поленова һәм Рәсәй халыҡтарының  мәҙәни мираҫы йылының ойоштороу комитеты ағзаһы Тамара Пуртованың ҡулынан алды.

Мәғлүм булыуынса, 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән барлыҡҡа килгән премия халыҡ йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлешендәге оҙайлы, уңышлы хеҙмәт өсөн биш номинация – халыҡ музыкаһы, халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, йолаға әүерелгән халыҡ мәҙәниәте, халыҡ оҫтаһы – буйынса тапшырыла. Бөгөнгәсә 200-ләгән кеше был мәртәбәле премияға лайыҡ булған. Приз күләме 500-әр мең һум тәшкил итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас