+5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
21 Сентябрь , 20:48

Ҡояшлы ижады өсөн юғары премияға тәҡдим ителде

2022 йылда журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы биреү буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия ултырышы үтте. Эштәре мәртәбәле премияға тәҡдим ителеүселәр араһында “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлназ Ҡотоева ла бар.

Комиссия хөкөмөнә уның быйыл яҙ донъя күргән, художестволы публицистикала сағыу күренеш булараҡ баһаланған “Балҡыһын күңел ҡояшы!” тигән китабы тапшырылған. Йыйынтыҡта  – уҡыусыларыбыҙ журнал биттәрендә көтөп алған, һәр һөйләме йәнде тылсымлы нурға сорнар баш мөхәррир яҙмалары. Бынан тыш, “Башҡортостан ҡыҙы” редакцияһы премияға Ҡотоеваның аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡындағы тиҫтәнән ашыу очергын да тәҡдим итә һәм автор ошо ҡатмарлы жанрҙа үҙенсәлекле стилгә эйә оҫта булараҡ асыла. Гөлназ Мират ҡыҙының халыҡ һөйөүен яулаған публицистик ижады юғары дәүләт бүләгенә лә лайыҡ булыр, тип ышанабыҙ һәм уға уңыштар теләйбеҙ!

Фото “Башинформ”дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в