+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Сентября 2022, 07:22

Бөгөн «Йәйләү» художестволы кейеҙ фестиваль-конкурсы асыла

Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында «Йәйләү» республика художестволы кейеҙ фестиваль-конкурсы асыла. Биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең халыҡ традицияларын тергеҙеү, һаҡлау маҡсатын ғәмәлгә ашырған проекттың баһаһы ҙур.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн «Йәйләү» художестволы кейеҙ фестиваль-конкурсы асылаБөгөн «Йәйләү» художестволы кейеҙ фестиваль-конкурсы асыла
Бөгөн «Йәйләү» художестволы кейеҙ фестиваль-конкурсы асыла

Бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» халыҡ сәнғәте галереяһында «Йәйләү» республика художестволы кейеҙ фестиваль-конкурсы асыла. Биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең халыҡ традицияларын тергеҙеү, һаҡлау маҡсатын ғәмәлгә ашырған проекттың баһаһы ҙур.

 

Фестивалдә ҡатнашыр өсөн Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Учалы, Белорет, Сибай, Салауат, Күмертау ҡалаларынан, Ейәнсура, Иглин, Кушнарен, Краснокама, Дүртөйлө, Шишмә, Илеш, Бишбүләк райондарынан, Силәбе өлкәһе һәм Ҡырғыҙстан Республикаһынан – ғөмүмән, бөтәһе 40-тан ашыу ғариза ҡабул ителгән.

  Күргәҙмә көндөҙгө сәғәт дүрттә асыла. Конкурс-фестиваль сағыу программа –  зауыҡлы кейеҙ костюмдарҙа ҡыҙҙарҙың сығышы менән асыла. Шулай уҡ Ейәнсура районының йәш рәссамдары тәҡдим иткән “Дала көйө” ҡупшы кейеҙ костюмдар коллекцияһы ла нәфис традициялар аша заман модаһын сағылдырасаҡ.   

Абруйлы жюри ағзалары һәр эште ентекле тикшерәсәк. Баһалама рәйесе – М.Аҡмулла исемендәге БДПУ профессоры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ҡарамағындағы Рәсәйҙәге тәүге “Кейеҙ үҙәге”нә нигеҙ һалыусы Тәлғәт Мәсәлимов.

Мәғлүм булыуынса, проекттың һайлап алыу этабы ағымдағы йылдың июль айынан авгусына тиклем республиканың ҡала округтарында һәм муниципаль райондарында ойошторолған.

Фото:  Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас