+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Сентября 2022, 04:34

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә кемдәр еңгән?

Хәйбулла районында үткән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында өс йөҙҙән ашыу ашыу кеше көс һынашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә кемдәр еңгән?Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә кемдәр еңгән?
Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар бәйгеһендә кемдәр еңгән?

16-17 сентябрҙә Хәйбулла районында үткән Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсында өс йөҙҙән ашыу ашыу кеше көс һынашты. Миңнулла Бикҡолов – Йомабай Иҫәнбаевтың ейәне күркәм сараның ҡунағы булды.

Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Гран-приға Хәйбулла районынан Рәдиф Бохарбаев лайыҡ булды. 16 йәшкә тиклемге ҡурайсылар ансамблдәре араһында беренсе урынды Өфө ҡалаһынан Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле алды  (етәксеһе – Вәсил Баймырҙин). Баймаҡ районынан Буранбай сәсән исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамбле "16 йәштән өлкән ҡурайсылар ансамбле" номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды (етәксеһе – Илнур Аслаев). 12 йәшкә тиклемге солистар араһында беренсе дәрәжә дипломға Йылайыр районынан Илһам Юлгилдин эйә булды. 12-16 йәшлек солистар араһында – Сибай ҡалаһынан Динислам Утарбаев, 16 йәштән өлкән башҡарыусыларҙан – Салауат районынан Ринат Нурмөхәмәтов менән Белорет районынан Ыласын Мәғәфүров беренсе урын яуланы.

Мари Иле Республикаһынан 80 йәшлек Муса Нурдәүләтов – иң өлкән ҡатнашыусы, ә   Сибай ҡалаһынан һигеҙ йәшлек Арыҫлан Хәсәнов иң йәш ҡатнашыусы булды. Шулай уҡ “Ҡурайсылар династияһы” номинацияһында Хәйбулла районынан Ишемғоловтар, Ауырғазы районынан Фәһим һәм Батырхан Ғайсиндар, Хәйбулла районынан Сөңгөровтар, Баймаҡ районынан Дәүләтшиндар ғаиләләре диплом менән билдәләнде. Программа сиктәрендә конкурста ҡатнашыусылар һәм уларҙың остаздары өсөн Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, конкурстың жюрий рәйесе Юлай Ғәйнетдинов ҡурайҙа уйнауҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Фестивалде ябыу тантанаһында БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың   сәләмләү хатын мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов уҡып ишеттерҙе һәм ҡатнашыусыларҙы был мәртәбәле байрам менән ысын күңелдән тәбрикләне.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас