+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Сентября 2022, 11:37

“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылайыҡ

24 сентябрҙән 8 октябргә тиклем республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылайыҡ“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылайыҡ
“Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылайыҡ

24 сентябрҙән 8 октябргә тиклем республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдерҙе.

Акция барышында республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм райондарында өмәләр ойоштороласаҡ. Бынан тыш, район һәм ҡалаларҙа 47 мең ағас ултыртыу планлаштырыла.

«Өфөнө билдәләп үтергә теләйем. Баш ҡалабыҙҙа «Йәшел Башҡортостан – Өфө» сайты булдырылды, унда халыҡ ҡаланы йәшелләндереү, ағас ултыртыу урындары тураһында үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. 500-ҙән ашыу ғариза килгән дә инде. Интерактив картала бынан алдараҡ ултыртылған йәшел үҫентеләр тураһында мәғлүмәт бар. Беҙ һәр муниципалитетта ошондай сайттар эшләргә тәҡдим итәбеҙ», – тине Ирина Голованова.

Шул уҡ ваҡытта республика «Урманды һаҡлайыҡ» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Уҙған акцияла 60 меңгә яҡын ағас ултыртылған.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас