

Башҡортостан Башлығы Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе башланыр алдынан Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт коллективын йөҙ йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы һәм хеҙмәткәрҙәргә һөнәргә тоғролоҡ өсөн рәхмәт әйтте.
«Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәренә ҡыйыулыҡтары, сифатлы эштәре өсөн рәхмәт белдерәм, пандемия осоронда ҡатмарлы юлды бергәләп үттек. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем, беҙ һеҙҙең менән теләһә ниндәй һынауҙарҙы үтеп сығырбыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ә идаралыҡ начальнигы Анна Казак Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
Сығанаҡ: “Башинформ”.